<?xml version="1.0" encoding="UTF-8"?><song><key>C#m</key>
<author>Раиль Азнаев</author>
<title>Маҡтау Һиңә</title>
<lyrics>[V1]
.C#m                G#
 Маҡтау Һиңә, Раббы Ғайсам!
.       G#            C#m
 Мин ашығам, Һине данларға.
.           F#m       C#m
 // Һин бит мине, өйрәтәһең
.     G#          C#m
 Хәҡиҡәтте, дөрөҫ аңларға. //

[V2]
 Эй Хоҙайым, ғәфү итсе мине,
 Хаталарым бик күп, аңлайым.
 // Яҙмыш һуҡмағынан, уҙған саҡта,
 Ғүмер итәм, алға атлайым. //

[V3]
 Зарланмайым ауырлыҡҡа,
 Бары Һиңә, Ғайсам ынтылам.
 // Ғүмер уҙған һайын мин нығыраҡ,
 Бер Хоҙайым, Һиңә табынам. //

[V4]
 Был яҡты, донъяларға Үҙең,
 Тыуҙырғанһың, мине Хоҙайым.
 // Күрәсәгем Күктәр батшалығы,
 Һин һыҙған, юлдан атлайым. //

[V5]
 Хоҙай биргән, ғүмер ҡабатланмаҫ,
 Тайпылмайса, барам мин алға.
 // Һуңғы һулышҡаса, насип итһен,
 Изге Һүҙҙе, таратырға. //

[V6]
 Ҡаршылыҡтар, юлға теҙелһә лә,
 Ярҙамыңдан Хоҙай ташлама.
 // Күңелемә, шатлыҡ биргән өсөн,
 Бар тормошом, Һиңә бағышлана. //</lyrics>
</song>